2017 01 26 17 55 33
 

Йырларға өйрәнеп буламы? Рәфис Ишбаев менән әңгәмә

«Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» тип ҡыйыу яуап бирҙе Ирәндек моңдары-2004» республика конкурсында Гран При, 2005 - Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй” Республика конкурсында 1-се урын, 2010 йыл “Тыуған моңдар” телевизион конкурсында Гран при, 2015 йыл “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран при яулап башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев. Радиотыңлаусылар уның “Бәхетле бул”, "Ташламайҙар дуҫтар", «Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ" исемле композициялары менән яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә Рәфис Фирғәт улының Ишембай мәҙәниәт һарайында вокал уҡытыусыһы булараҡ эш башлауы райондаштарыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс.

- Рәфис Фирғәт улы, һеҙ ҡайһы яҡ егете? Тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ? 

- Мин сығышым менән Баймаҡ ҡалаһынан. Йырға, сәнғәткә тартылышым мәктәп сәхнәһенән башланды. Башҡалар өсөн генә түгел, үҙем өсөндә был хәл көтөлмәгенәрәк булды - нәҫел-нәсәбебеҙҙә йырлаған кеше юҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ, “Мирас” ансамблендә  солист булдым, республика кимәлендә үткән бер нисә йыр бәйгеһендә призлы урындар яуланым.

Йырлау, йырсы булыу ул минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине.  9-сы синыфты тамамлағас, Өфө сәнғәт училещеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан һайын, мин үҙ-үҙем өҫтөндә эшләргә, был уңыштарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа, үҫергә, күтәрелергә тейешлегемде аңлай барҙым. Уҡытыусыларымдан уңдым - сәнғәт училещыһында Вәхит Хызыров, Камиль Валиев, Флүрә Ноғоманова кеүек танылған метрҙар класында белем алыу бәхетенә ирештем.

- Беҙгә билдәле булыуынса, һеҙ суд приставы булып та эшләргә өлгөргәнһегеҙ?

- Эйе, сәнғәт училещыһын тамамлағас, армия сафтарында хеҙмәт итеп, тыуған ил алдында бурысымды үтәгәс, ижадтан бер аҙға алыҫлашып торорға тура килде, Өфө ҡалаһының Киров районында суд приставы булып эшләнем. Әммә күңел барыбер сәхнәгә тартылды, ижад һуҡмағына ҡабат баҫтым. Карауанһарай студияһында эшләп алдым, яңы йырҙар ижад итеп, республикабыҙҙың танылған йырсылары менән гастрольдәргә сыҡтым. Әйткәндәй, Ишембай районында ла гастрольдәр менән күп булырға тура килде. Һеҙҙең район тамашасыһы  ябайлығы, ихласлығы менән тәүҙән үк күңелде арбаны. Ҡала мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу буйынса тәҡдимгә икеләнмәйсә риза булдым.

- Үҙегеҙгә репертуар һайлағанда ниндәй кретерийҙарға иғтибар итәһегеҙ?

- Мин һәр нимәгә тотонһам да, уны еренә еткереп эшләү яҡлы. Мәғәнәле шиғыр юлдары эҙләү, уға көй яҙҙырыу был эштең - күҙгә күренгән өлөшө генә. Күп сығымдар талап итһә лә, сифатлы аранжировкалар эшләтергә тырышам. Сөнки йыр бер халыҡ хөкөмөнә сыҡһа - ул, йә оҡшай, йә юҡ. Йә популяр булып китә, йә онотолоп ҡала, тигәндәй. Ҙур хеҙмәт һалынған ижад емешемә еңел-елпе ҡарай алмайым, һәр этапта уны яҡшы итеп эшләргә бурыслы итеп тоям. Дөйөмләп әйткәндә, беҙҙең башҡорт эстрадаһын күтәрерлек кадрҙар кәрәк беҙгә. Башҡортостанға яңы юльякшиндар кәрәк.

- Йырсы булыу өсөн талант кәрәк тибеҙ бит инде. Әммә бер ниндәйҙә дәрес алмайса, тыумыштан матур йырлаған йырсыларыбыҙ бар, әйтәйек мәшһүр Абдулла Солтанов, һ.б. Шул уҡ ваҡытта, ҙур вуз, академиялар тамамлап, әллә ни тауыштары айырылып тормаған йырсыларҙа юҡ түгел. Тағы ла, бала сағында йырға маһирлығы бик һиҙелмәгән, бәлки оялыуы арҡаһында сәхнәгә сыҡмай ҡалған, ә олоғайғас таланты асылып йырлай башлағандар ҙа байтаҡ.
Һеҙ, вокал уҡытыусыһы булараҡ әйтегеҙ әле, - йырларға өйрәнеп буламы?

- Кеше, әгәр тырышлығы булһа, бар һөнәргә лә (ә йыр ул - һөнәр) өйрәнә ала тигән фекерҙәмен. Күренекле француз яҙыусыһы һәм философы Бернар Вербер әйтмешләй, тормошта 3 фактор бар - талант, далан (удача) һәм хеҙмәт. Шуларҙың икеһе һиндә булһа - уңышҡа  өлгәшергә була. Йырсы булыр өсөн, йырлар өсөн, тәбиғәттән бирелгән һәләттән башҡа, тырышлыҡ  булырға тейеш. Үҙ эшен яҡшы белгән педагог менән шөғөлләнеү, көндәлек күнекмәләр - мотлаҡ һөҙөмтәһен бирәсәк. Бәрәкәтле эшләгәндә, ярты йыл эсендә тауыш ҡуйып, уҡыусыны ҙур сәхнәгә сығарырлыҡ уҡ булмаһа ла, табында йырлатырлыҡ кимәлгә еткерергә була. Унан тыш, ҡыйыулыҡ, үҙеңә ышанғанлыҡ тойғолары ҡамасау итмәйәсәк-параллель рәүештә был өлкәлә лә эшләү зарур.

- Тимәк, үҙ эшен белгән педагог - уңыштың яртыһы?

- Әлбиттә, тәүге аҙымдарҙы педагог һала. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыу өлкәһендә башланғыс белемдәрҙән тыш, дөрөҫ тын алыу алымдары, интонация, тауыш таҙалығы, дикция өҫтөндә эшләү, тауыш диапозонын киңәйтеү, уҡыусының йәшенә, енесенә ҡарап вокал йөкләмә бирә белеү - педагогтың төп бурысы.

- Рәфис Фирғәт улы, һеҙ был һүҙҙәрҙе әйткәндә, районыбыҙҙың үҙэшмәкәр артистары, мәҙәниәтебеҙ өсөн бөтмәҫ шатлыҡ тойғоһо солғап ала. Гәзит уҡыусыларға тағы ла ниндәй әйтер теләктәрегеҙ бар?

- Йырларға өйрәнеү бер ҡасан да һуң түгел, тип әйтәһем килә. Көн һайын,  Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында 10.00-15.00 сәғәттәрҙә тыңлауҙар алып барам. 10 йәштән 35 йәшкә тиклем йырларға өйрәнергә теләүселәрҙе 60-сы кабинетта көтөп ҡалам. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә бирә алаһығыҙ.Хыял бар икән - тимәк уны тормошҡа ашырырлыҡ потенциал да - ул һеҙҙә бар, тырышлыҡ ҡына кәрәк!


Мәҙәниәт бүлеге методисы Лилиә Хәсәнова әңгәмәләште.

Фотолар Р. Ишбаевтың шәхси архивынан.

Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?