2017 01 26 17 55 33
 

ГРАН ПРИ ИШЕМБАЙҘАРҘА!

       "Сулпылар" республика балалар телевизион бәйгеһендә Ишембай районы данын яҡлаған Ләйсән Ғибәҙуллинаны Гран при яулауы менән ҡотлайбыҙ! 

       Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 8 класында белем алған һәләтле ҡыҙ, гимназия нигеҙендә урынлашҡан балалар музыка мәктәбендә 3-се йыл Гөлназ Марат ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселегендә вокал менән шөғөлләнә. Быйыл республикала 25-се тапҡыр үткәрелгән "Сулпылар" республика балалар телевизион бәйгеһе 3 турҙа үтә. Конкурста ҡатнашҡан 180 баланың 12-һе, шул иҫәптән Ләйсәндә, финалға сыға. Тәүге 2 турҙа халыҡ йырҙарын башҡарып, финалда жюри ағзалары һәм тамашасы хөкөмөнә "Өҙөлөп һөйә беләм" исемле үҙе ижад иткән йырын тәҡдим итә. Республиканың төрлө районынан йыйылған көслө конкурсанттар араһында, әлеге көндә Рәсәй кимәлендә билдәлелек яулаған Ләйсән Золотарева кеүек исемдәр ҙә була.

     - «Сулпылар» бәйгеһендә ҡатнашыусылар бер-береһенә шул тиклем йылы мөнәсәбәттә булды, яңы дуҫтар табыуыма бик шатмын. Был конкурста ҡатнашыу мине күп яҡлап үҫтерҙе. Минең фекеремсә, һәр бала кескәй саҡтан тыуған халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш, тип иҫәпләйем» - ти Ләйсән. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән тырыш ҡыҙ, киләсәктә ғүмерен медецина менән бәйләргә хыяллана. Әйткәндәй, был уның беренсе еңеүе түгел, яңыраҡ ҡына «Золотая лестница» Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып беренсе урынға лайыҡ булғайны.

     Ләйсәнде шулай тырыш, ҡыйыу, ҡуйған маҡсаттарына тоғро итеп тәрбиәләгән атай-әсәйенә, талантың камиллаштырған уҡытыусыһына һоҡланыу белдерәбеҙ! Лайыҡлы еңеүең алдағы асыштарыңа асҡыс булһын,  уңыштар һиңә, Ләйсән!

Фотола: Ләйсән Ғибәҙуллина уҡытыусыһы Гөлназ Марат ҡыҙы Рәхмәтуллина менән.

Опрос

Из каких источников вы узнаете о культурных событиях города и района?